16-03-2012, 19:05 Иртәгә, 17 март көнө дуҫым, шағир, хәҙер инде яҙыусы Мөнир Ҡунафинға теп-теүәл 41 йәш тула. 40 йәштән бик күптәр ҡурҡһа ла, Мөнир өсөн тап 40 йәшлек сағы бик унышлы булды тип әйтергә мөмкин. Яны ғына китабын алып ҡыуанды, үҙенен йортона күсенде. Тимәк, киләһе йылдары тағы ла унышлыраҡ булыуға ишара был. Уға, дежур һүҙҙәрҙән тыш, тағы ла ғаилә именлеге, һаулыҡ, ижади үҫеш теләйек!
Подробнее
|
| artur | Просмотров: 133 Комментарии (3)
|
16-03-2012, 14:51 Бөгөн Башҡорт дәүләт филармонияһынын Бәләкәй(бәлки, Кесе?) залында Башҡортостан яҙыусыларынын сираттан тыш съезы асылды. Тәүге өлөшөндә ҡатнашыу бәхете беҙгә , йәғни яҙыусылар союзы ағзаһы булмағандарға ла тейҙе. Шунанмы? Шунан аптырап, тәүге тәнәфес булыу менән сығып тайҙыҡ. Ниһайәт, бөгөн Азамат Юлдашбаевтын ни өсөн артабан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе булырға теләмәүенен сәбәбен анлағандай булдым. Сәғәт ярым эсендә генә лә исемдәре билдәле шәхестәребеҙҙен бер-береһенен өҫтөнә бысраҡ ырғытырға тырышыуы ерәнгес тойғолар уятты. Әйтерһен, улар шунын өсөн генә йыйылған. Идара рәйесе урынына бер нисә кандидат бар, тинеләр. Бөгөнгө "Йәшлек" гәзитендә уларҙын фекерҙәре лә бирелде. Рәлиф Кинйәбаев әлегә фекерен әйтмәйерәк торҙо. тик йыйылыусылар араһында төп дәғүәсе Наил Ғәйетбаевтын булмауы ғына бер аҙ аптыратты. Ағай бик ышаныслы йөрөй ине бит. Бер аҙҙан кемден рәйес итеп һайланыуы хаҡында хәбәр итергә тырышырбыҙ, тип уйлайым. Әйткәндәй, бөгөнгө көн көләмәсе: Мөнир Ҡунафин менән Азамат Юлдашбаев һөйләшә. "Көндөн тәүге яртыһында съезға барам да, төштән һун "Шаяниум"ға китергә кәрәк,"- ти Азамат. "Көндөн тәүге яртыһы ла шул "Шаяниум" инде," - тип ҡуя Мөнир. Ярай, теге "Шаяниум"дын аҙағы билдәле, ә бына көндөн тәүге яртыһында булғаныныҡы?
Подробнее
|
| artur | Просмотров: 110 Комментарии (0)
|
|
|